Воскресенье, 28.04.2024, 23:01

Миякинская детская модельная библиотека

    

Меню сайта
Программы
Виртуальная служба
Краеведение
Мир детства лучший
Мамочкам и папам
О защите детей
Категории раздела
Мои файлы [21]
Наш баннер
Центр
...
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 31
Статистика

Онлайн всего: 2
Гостей: 1
Пользователей: 1
mannanova1997
Форма входа
Год 2024 в РФ
Год 2024 в РБ
Wi-fi -зона
Внимание конкурс!
Конкурс
Наши книголюбы
ПРОкультура Анонс
Герои-ЗЕМЛЯКИ
Поиск
Друзья сайта
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz
  • Главная » Файлы » Мои файлы

    “Аҡмулла – яҡтылыҡ йырсыһы”
    06.04.2012, 10:09

    Сәхнә байрамса биҙәлгән. Алғы планда шағирҙың портреты. Портрет аҫтында1831-1895 йыл һандары яҙылган. Микрофондан башҡорт халыҡ көйө  "Урал”  ишетелә. Көй баҫыла. Сәхнәгә кисәне алып барыусылар сыға.

     

                                Акмулла-  ошо исемдән мин тетрәнеп китәм,

    Йөрәгемде әллә ут ала.

    Күҙ алдымдан үтә халҡым ғүмере,

    Ҡанлы тарих…

    Барыһы бутала.

    Заманалар булған,

    Ҡара төндәй торған

    Яҙмышымды ҡаплап дин, алтын.

    Йә бер-золом төрлө төҫкә ингән,

    Тик аҡ төҫтә ҡалған моң, халҡым.

    Гирфанов Т.Х.

    Башҡорт халҡының тарихи  язмышында айырыуса ауыр һәм ҡараңгы 19 быуаттың 1831 – се йылын күҙ алдына килтерәйек әле. Гүзәл Дим йылғаһының матур туғайында элекке Өфө губернаһы Бәләбәй өйәзенең Туҡһанбай ауылы урынлашҡан. Бәләкәй генә ергә һеңгән сигән өйҙәрҙә ярлы башҡорттар йәшәй. Наҙанлыҡ, хәйерселек, аслыҡ хөкөм һөрә.

     

    Декабрь айының һыуыҡ бер көнөндә ошо ауылдаң указлы мулла Ишҡужа Ишбулдиндың 26 йәшлек улы Камалетдин менән килене Бибиөммөгөлсөм ғаиләһендә бер ир бала доньяға килә. Уға Мифтахетдин тип исем ҡушалар.

     

    Ошо кескенә малайҙың заманында Кара төндәге яҡты йондоҙ булып балҡыған оло талант, мәшһүр шағир Мифтахетдин Камалетдин улы бөйөк Акмуллаға әүерелеп китәһен ата-эсәһе күҙ алдына ла килтермәгәндер, моғайын.

     

    Буласаҡ шағир, башланғыс белемде иң элек үҙенең тыуған ауылында ала. Уның атаһы Ҡамалетдин ауыл муллаһы була. Йәштән үк йәтим ҡала. Үҙ әсәһе Өммөгөлсөм үлеп, үгәй әсә ҡулында ҡалғас, Мифтәхетдингә атаһының ишле ғаиләһендә ят бауыр хәлендә ҡыйырһытылып, төрлө ауырлыҡтар, кәмһетелеүҙәр татып үҫәргә тура килә. Үгәй әсәйҙең "йоҙорок” тәрбиәһе аҫтында алған тәүге тормош һабаҡтары бәләкәс Мифтәхетдиндә бунтарлыҡ, үҙен -үҙе яҡларға ынтылып тәрбиәләргә булышлыҡ итә.

     

    Йәше еткәс,ул тәүҙә Мәнәүезтамаҡ мәҙрәсәһендә Габдрахман хәзрәттә, шунан Әнәс ауылында Әхмәтшә хәзрәттә белем ала. Әнәс ауылынан киткәс, Мифтәхетдин данлыҡлы Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡып, шағир Шәмсетдин Зәкиҙән һабаҡ ала һәм үҙендә лә шиғыр яҙыу теләге алып китә. Ул Троицк ҡалаһына килеп, Зәйнулла ишандың мәҙрәсәһендә уҡый башлай. Йәй көндәре ҡаҙак балаларын уҡытып аҡса йыйа, ҡыш мәҙрәсәлә белем ала. Йәштән килгән ҡыҙыҡһыныусынлыҡ, белергә тырышыу, белемгә ынтылыу уға нык ярҙам иткән. Ошо мәҙрәсәлә уҡыу дәүерендә ул дини тәғлимәткә ҡарағанда, уҙалдына фарсы, ғәрәп телле классик әҙәбиәтте өйрәнеүгә нығырак күңел бирә, һәм, улар буйынса заманы өсөн төплө белем алып, мәргәндәрҙе танырлык хәлебеҙ бар, тиеп әйтерлек дәрәжәгә ирешә.

    Сығып китеүенә, ун өс йыл тигәндә шағир тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Аҡмулланан ҡарттарҙың береһе һорай икән:

    Шулай итеп, Аҡмулла, бар булмышын әхлаки сафлыкты, ғәҙеллекте, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡ-туғанлыҡты данлауға арнай. Мәғрифәтле яҡшы тормоштоң тыуасағына инанып йәшәне һәм кешеләрҙе лә өндәне.

    (Агитбригада ағзалары М. Аҡмулла һүҙҙәренә яҙылған Уҡыгыҙ – тигән йыр башҡара).

    Уҡығыҙ

    Ирҙәргәлә фарыз уҡыу,

    Кыҙҙарға ла  фарыз уҡыу

    Кәрәк эштең барыһы уҡыу,

    Уҡыу, уҡыу, уҡыу, уҡыу.

    Иҫке йылдар уҙған инде,

    Бар нәмәһе туҙған инде.

    Былай йөрөп файҙа сыҡмаҫ,

    Зинһар, атам, ҡыҙган инде.

    Уҡыт, беҙҙе, ғәзиз атам,

    Юҡ һис уға ташта таштай ҡатам.

    Иҫенә килмәй, иҫенә курмәй

    Ихтиярһыҙ әрәм ятам.

    Беҙ үҫәрбеҙ, ҙур булырбыҙ.

    Нисек итеп ҡотолорбыҙ,

    Йәштәрҙе һеҙ уҡытығыҙ.

       Балалар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Ни өсөн  уны Аҡмулла тип йөрөткәндәр ? Уҡымышлы, Һүҙле, сәсән телле булғаны өсөн халыҡ уны Аҡмулла тип атай. Аҡмулла – ҡаҙаҡса тура һүзле, ғәҙел кеше тигәнде аңлата.

    Аҡмулла Салауаттан һуң беренсе тапҡыр үҙ халҡына башҡорттарым, тип ихлас ҡүңелдән өндәшә.

    М.Аҡмулла һүҙҙәренә "Халҡыма”- тигән йырҙы Гөлназ Галиева башҡара.

    Халыҡта Аҡмулланыҡы тип йөрөлгән йырҙар араһында тағы бер ошондай йыр һаҡланған.

    Сәхрәләргә сыҡһам эй бер үҙем,

    Һәр саҡ турғай булды ла юлдашым.

    Һәр саҡ турғай һайрай, мин йырлайым,

    Ағым һыуҙар булды ла күҙ йәшем.

    Ағым һыуҙар булды күҙ йәшем…Донъяның ниндәй генә михнәттәрен - яфаларын күрмәк кәрәк бындай йән тетрәткес һүҙҙәрҙе әйтер өсөн. Әммә ниндәй генә ауырлыҡтар күрһә лә, ниҙәр генә кисерһә лә үҙҙенә, үҙенең намыҫына һәр ваҡыт тоғро ҡала. Нахаҡҡа төрмәгә ябылғанда ла, тотҡонлоҡта ятҡандала үҙ баһаһын үҙ ҡәҙерен һаклай.

     

    Аҡмулланың ҡайһы бер шиғырҙары уның үҙ дәүеренән бигерәк беҙҙең бөгөнгө, хәҙерге заман кешеһенә төбәп әйтелгәндәй тойола.

                                               Арғымағың яманлап

    Толпар ҡайҙан табырһың.

    Тойғоноңдо  яманлап,

    Шоңҡар ҡайҙан табырһың.

    Эскән һыуың яманлап,

    Йофар ҡайҙан табырһың.

    Күлдең һыуын яманлап,

    Иҙел ҡайҙан табырһың.

    Хакимеңде яманлап,

    Ғәҙел ҡайҙан табырһың.

    Хужаларың яманлап,

    Артығын ҡайҙан табырһың.

    Алған йәрең яманлап,

    Матурын ҡайҙан табырһың.

    Аҡ туныңды яманлап,

    Атлас ҡайҙан табырһың.

    Үҙ башыңды ҙур итеп,

    Тиңдәш ҡайҙан табырһың.

    Ҡарыларың яманлап,

    Ҡәңәш ҡайҙан табырһың.

     Киң таралған шиғырҙарының береһе  "Нәсихәттәр” тип атала. "Нәсихәттәрҙә”кеше өсөн иң кәрәкле сифаттар бер бер артлы атап бирелә.

     

    Ә хәҙер   Гөлназ Шаяхмәтова башҡарыуында Нәсихәттәр тынлағыҙ.

     

    Эйе, шул заманда уҡ Аҡмулла белемгә өндәгән, тауфиклы,әҙәпле, сабыр, кешелекле булырға саҡырған. Азатлыҡ, бәхет, яҡты тормош тик уҡыу, мәғрифәт аша ғына килеүен аңлатырға тырышҡан.

     

    Ысынлап та беҙгә Аҡмулла аҡылы, Аҡмулла һабаҡтары, Аҡмулла шиғриәте бик тә ҡәҙерле. Ул ысын мәғәнәһендә тормош һабағы.

     

    Әйҙәгәнһең яҡты юлға,

    Өндәгәнһең гел яҡтыға.

    Тереләрҙән тере булып,

    Йәшәйһең һин ана шуға

    Кисә М.Аҡмулланың "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк”тигән йыры менән тамамлана.

    Категория: Мои файлы | Добавил: детбибл
    Просмотров: 4318 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0
    Всего комментариев: 0
    Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
    [ Регистрация | Вход ]